Бөгөн бер төркөм яҡташтарыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ике аҙна отпуск бик ҡыҫҡа, әммә хәрбиҙәр өсөн түгел. Махсус хәрби операцияла сынығыу алған яугирҙар ваҡыттың ҡәҙерен белә һәм үтә лә һөҙөмтәле уҙғара. Ғаилә, яҡындарҙы күреү, йорт-ҡаралтыны барлауҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашып өлгөрә. Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең күптәре үҙ мәктәптәрендә «Батырлыҡ дәрестәрендә», илһөйәрлек акцияларында ҡатнаша. Киләсәк быуында патриотизм тойғолары тәрбиәләү ҙә ватанды һаҡлау. Яугирҙар тыныс күңел һәм рухи күтәренкелек менән йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды.

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ғына йәнә ил сигенә юлланыу айырыуса патриотик мәғәнәгә эйә. Егеттәребеҙгә түҙемлек, ни тиһәң дә, дүрт йыл инде тыуған йорттарынан алыҫта хәрби бурысын үтәйҙәр. Ғаиләләренә лә сабырлыҡ һәм яҡындарын иҫән- һау көтөп алыуҙарын теләйбеҙ.

Аркадий Егоров, Өфөнөң Киров һәм Ленин районы хәрби комиссары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ