Иглин ауылының «Барыһы ла еңеү өсөн» ирекмәндәр штабына-өс йыл

Махсус хәрби операция башланыу менән Иглин районында 20-гә яҡын ирекмәндәр төркөмө төҙөлә. Район үҙәгендә йәшәүселәр ҙә изге эштән ситтә ҡала алмай. Өс йыл элек фронтҡа ярҙам итеү маҡсатында штаб ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә ирекмәндәр мең ярымдан ашыу маскировка селтәре, биш меңгә яҡын окоп шәме, 500 «Леший» костюмдары әҙерләп, алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан.

Ирекмәндәр штабының өс йыллығын билдәләү сараһында район башлығы Гүзәл Насирова һәм дауаланыу өсөн ялға ҡайтҡан «Арсо» ҡушаматлы яугир ҡатнашты. Хәрби бәрелештәр ветерандары союзы рәйесе әүҙем ирекмәндәргә «Махсус хәрби операцияға ярҙам иткәне өсөн» миҙалдары тапшырҙы. Әлеге ваҡытта ирекмәндәр штабы алдында яуаплы бурыс тора. Улар Иглин районынан алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ 58-се гуманитар ылауҙы туплай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ