Башҡортостан һатыусылары ҡайһы бер аҙыҡ-түлектең арзанайыуын билдәләй

Ҡыярға хаҡ төшә. Башҡортостан һатыусылары ҡайһы бер аҙыҡ-түлектең арзанайыуын билдәләй. Ә бына йомортҡа, киреһенсә, ҡиммәтләнә. Сәбәбе миҙгелгә генә бәйле түгел. Баҙар динамикаһына төрлө факторҙар йоғонто яһай. Улар тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Балыҡ продукцияһы араһындағы хаҡтарға рекородты ҡасандыр арзан һаналған мойва ҡуя. Бер йыл эсендә уның хаҡы ике тапҡырға артҡан. Хәҙер бер килограмм өсөн 500 һумдан ашыу түләргә кәрәк. Төп сәбәп булып-Барнец диңгеҙендә балыҡ тотоуҙы туҡтатыу һәм сит илдәрҙән ташыуҙы кәметеү тора. Тауыҡ ите менән хәл башҡаса. Һуңғы айҙарҙа уға хаҡ төшкән.

Ноябрь менән сағыштырғанда, Яр Саллынан килтерелгән продукцияға хаҡ төштө. Тауыҡ бото быға тиклем 270-275 һум торһа, әле 235-254 тирәһе. Ә бына күркә итен Пензанан ташыйбыҙ, сөнки Мәләүез күркәләр ныҡ ҡиммәт.

Рафаэль Сәфәрғәлин, шәхси эшҡыуар

Тауыҡ итенең килограмы 500 һумдан ашып китә. Белгестәр әйтеүенсә, был яңы йылдың тәүге айҙары өсөн ғәҙәти күренеш. Йәйгә ҡарай күптәр аҡһымлы диетаға ултыра, шуға күрә ихтыяж да арта. Һыйыр итенә иһә хаҡ тотороҡло юғары булып ҡала.

Баҙарҙар халыҡтың кәмеүенә ныҡ һиҙгер, әммә бында сауҙалашырға мөмкин. Әле шәхси эшҡыуарҙарға ла ябай түгел. Һатып алыусыларҙың күпселеге супермаркеттарға өҫтөнлөк бирә.

Йәшелсә бүлегендә бер аҙ йәнлерәк. Хаҡтарға бәйле һуңғы яңылыҡтарҙың төп геройы-ҡыяр, уға хаҡ төшә башлаған. Быға тиклем уның килограмына 400 һум түләргә кәрәк булһа, был кибеттә 249 һумға һатыла.

Былар барыһы ла миҙгел, һауа торошо, йәшелсә-емеште ташыу менән бәйле. Ҡар яуа, трассалар ябыла, шул осорҙа юлға киткән сығымдар ҙа иҫәпкә алына. Әле помидорға хаҡ күтәрелә башланы. Бер аҙна элек 170-180 һум торһа, хәҙер 250. Яҡын арала 300 һумдан да ашыуы ихтимал.

Вячеслав Сорокин, шәхси эшҡыуар

Милли банк белгестәре әйтеүенсә, ғинуарҙағы инфляция -көтөлгән күренеш. Шул уҡ ваҡытта республикала шәкәр арзанайыуын дауам итә. Быға һуңғы йылдарҙа шәкәр сөгөлдөрөнә мул уңыш та төп сәбәпсе булып тора. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, аҡ майға ла хаҡ кәмей. Аҡсаны үтә лә ныҡ сарыф итмәй генә аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн, халыҡҡа альтернатив ысулдарҙы эҙләргә, акцияларҙы күҙәтеп барырға ҡала. Эксперттар күҙаллауынса, йәйгә ҡарай хаҡтарҙың бер аҙ түбәнәүе көтөлә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ