Бөрйәндәр «Урындағы башланғыстар» программаһында көсөн һынай

Ырғыҙлылар йәнә еңеүгә ынтыла. Былтыр «Айыҡ ауыл» республика конкурсында өсөнсө урын алған бөрйәндәр быйыл үҙ көсөн «Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында» һынамаҡсы. Төбәктә йәшәүселәр бүләк ителгән сертификатҡа МТЗ-82 тракторы һатып алды. Сөнки ауыл ерендә техника, бигерәк тә ҡышҡыһын урамдарҙы һәм хоккей майҙанын ҡарҙан таҙартҡанда иң көнүҙәк мәсьәлә. Артабан ырғыҙлылар Беларусь өсөн йылы гараж төҙөргә ниәтләй. Унда шулай уҡ янғын һүндереү тағылмаһы өсөн дә урын булыр тип көтөлә. Шулай итеп техника йыл әйләнәһенә әҙер, ә цистерна һәр ваҡыт һыу менән тулы буласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ