Башҡортостан картаһын йыйыу, илһөйәрлек темаһына һүрәт төшөрөү, көйҙәрҙе таныу һәм физик таһыллыҡ күрһәтеү. Ватан һаҡсылары һәм уларҙың яҡындары ла бар һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы «Ҙур ғаилә уйындары» ойошторҙо. Күңелле стартта 14 ғаилә ҡатнашты. Ярыштарҙың тәүге өлөшөндә командалар төрлө темаға арналған станцияларҙы үтеп сығырға тейеш ине. Ойоштороусылар туризм, экология, география, мәҙәни һәм ижади йүнәлештә һынауҙар әҙерләгән.
Ғаилә уйындарының икенсе өлөшө ҡаршлыҡтар дистанцияһын үтеүгә ҡоролдо. Командалар төрлө физик һынауҙар аша үтеп билдәле арауыҡты йүгерҙе. Ҡатнашыусылар билдәләүенсә, тотош ғаилә өсөн уҙғарылған уйындар махсус хәрби операция ветерандары өсөн социалләштереү алымы ла булып тора.



