Бүздәк һәм Баҡалы райондары вәкилдәре лә ҡатнашҡан сара «Уйна, гармун!», «Ғаиләлә сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн!» тигән лозунгтар менән «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.
Район-ара фестивалдә ижади оҫталыҡ дәрестәре, ғаилә өсөн уйындар, күңелле интерактив майҙансыҡтар эшләне. Бынан тыш сарала ҡатнашыусылар мәғлүмәт стендтары менән танышты, белгес кәңәштәре алды. Ҡунаҡтар һәм абруйлы жюри ғаиләләр етештергән һыйлы ризыҡтарҙы баһаланы. Әүҙем спорт төрҙәре менән сәләмәт йәшәү рәүеше зонаһы ла ҡатнашыусыларҙың шат тауышынан шау-гөр килеп торҙо. Халыҡ кәсептәре йәрминкәһендә иһә сувенирҙар һәм ҡулдан эшләнгән әйберҙәр һатып алырға мөмкин ине. Фестиваль ғаиләләр өсөн халыҡ музыкаһы, ижад, сәләмәт йәшәү рәүеше байрамына әүерелде.



