Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынын Рәсәй Президенты Владимир Путин бер төркөм хәрбиҙәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Рәсәй Геройы исемен алыусылар араһында яҡташыбыҙ-Салауат районы егете, капитан Вәсил Ямалетдинов та бар ине. Штурмлау ротаһы командиры «Алтын йондоҙға» Запорожье өлкәһенең Гуляйполе ҡалаһын азат итеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ булған.
Махсус хәрби операция башланғандан алып һалдаттар менән бергә иңгә-иң терәп алғы һыҙыҡта булыусы командирҙар ҙа, ҡыйыу, аҡыллы ҡарарҙары менән ғәскәрҙәрҙең хәрәкәтен тәьмин итеүсе командование офицерҙары ла. Уларҙың барыһын да ныҡлы әхлаҡи принциптар һәм тыуған илгә ҡарата һөйөү берләштерә. Владимир Путин хәрбиҙәрҙе тәбрикләп һәр офицер иңенә оло яуаплылыҡ йөкмәтелеүен билдәләне.
Кремлгә саҡырылыусы хәрбиҙәр араһында яҡташыбыҙ-Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылы егете Вәсил Ямалетдинов та бар. Штурмлау ротаһы командиры «Алтын йондоҙға» Запорожье өлкәһенең Гуляйполе ҡалаһын азат итеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ булған.
Минең өсөн ул күптән герой, ти Вәсилдең әсәһе Зафира Ямалетдинова. Яңғыҙы тәрбиәләһә лә әсәй кеше улы йөрәгенә ирлек, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек сифаттарын һалып үҫтергән.
9-сы класҡа тиклем тыуған мәктәбендә уҡыған Вәсил артабан Ҡытаутамаҡ механика техникумында белем ала. Һәр ерҙә лә ул үҙен ябай, баҫалҡы, әммә һоҡланғыс кеше, тәрбиәле, маҡсатына ирешеүсән студент булараҡ күрһәтә.
Геройҙар- ябай кешеләр, күршеләр, дуҫтар, таныштар. Ләкин һайлау алдында улар баҙап ҡалмай, башҡалар ғүмере өсөн үҙ йәнен хәүеф аҫтына ҡуйырға әҙер. Алтын йондоҙ менән билдәләнгән хәрбирҙәр ҙә тап шундай шәхестәр, тине Владимир Путин.
А.Кәбиров




