Ватанды һаҡлаусыларға мәңгелек дан. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың күп милләтле халҡы исеменән Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалды.
Монумент эргәһендә халыҡ хәтеренең юғары символы-Мәңгелек ут яна. Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң яу яланында батырҙарса һәләк булғандар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Тантаналы сарала республика Хөкүмәте ағзалары, төрлө министрлыҡ-ведомство вәкилдәре, Ҡораллы көстәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм Өфө халҡы ҡатнашты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙар тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү мөһимлеген билдәләне.
Тантаналы сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бөгөн республика, ил алдында махсус хәрби операцияға бәйле яуаплы бурыстар ҡуйылған, барыһы ла Еңеү өсөн эшләнә. Ватанды һаҡлаусылар-алғы һыҙыҡтағыларға терәк булып, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү-эшмәкәрлектең тәүмаҡсаттарының береһе.



