Ватанды һаҡлаусылар көнөндә йәш ирекмән ветеран менән осрашты

Ватанды Һаҡлаусылар көнөндә Рәсәйҙең билдәле ирекмәне ун бер йәшлек Полина Дудко Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, йөҙ ҙә бер йәшлек Нина Климович менән осрашты. Йәш ирекмән фронтовикҡа махсус хәрби операция биләмәһе яугирҙарына арналған шиғырҙарҙы уҡыны һәм Ватан һаҡсыларына һүҙ ярҙамының мөһимлеге хаҡында һөйләне. Быуындар бәйләнешен һаҡлаған осрашыу хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Илебеҙ өсөн иң мөһим ваҡиғалар хаҡында Полина Дудко туранан-тура быуаттар сиген үткән шәхес, ветерандың үҙенән белергә ҡарар итә. Нина Климович Бөйөк Ватан Һуғышы ваҡиғалары үҙәгендә була. Һуғышты ун алты йәшендә Смоленск өлкәһенең Новодугино станцияһында ҡаршылай. Атаһын Ҡыҙыл армия сафына саҡыралар. Бер аҙҙан ул әсәһе, ҡустыһы һәм һеңлеһе менән Головино ауылында ике йыллыҡ немец оккупацияһына эләгә. Фашистар сигенә башлағас, төндә ҡасырға ҡарар итә. Өҫтәүенә оккупанттар үҙҙәре менән мөлкәт кенә түгел, ә тыныс халыҡты ла мәжбүри эшкә алып киткәндәр.

Беҙ Белоруссия сигенә барып еттек. Мине бер немецҡа бүлмә йыйыштырыусы итеп тәғәйенләнеләр. Үҙ белдегем менән ат ҡарарға барҙым, ә ул мине бының өсөн ҡамсыланы, үлтерер тип уйлағайным. Ҡасырға ҡарар иттем.

Нина Климович, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Ҡасыусыларға төбәп немецтар атыш ойоштора. Улар күпмелер ваҡыт йырында йәшеренә. Дөм-ҡараңғыла эҙәрлекләүселәрҙең аяҡ тауышын һәм һөйләшкәнен ишетә, әммә төндә, эттәрһеҙ, фашистар уларҙың эҙенә төшә алмай. Һуңыраҡ ҡасыусылар төркөмө партизан отрядына тап була. Партизандар уларҙы 41-се уҡсылар дивизияһына тапшыра. Нина Климович был подразделениела элемтәсе булып ҡалырға ҡарар итә.

Карабин менән күнекмә яҡшы үтте, һуңынан коммутатор артына ултырҙым, Был эште лә яҡшы өйрәндем.

Нина Климович, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Элемтәсегә күп тапҡырҙар ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килә. Польшаның Хелм ҡалаһын азат иткәндә мөғжизә менән үлемдән ҡотолоп ҡала. Нина Трофимовнаның кителендә батырлыҡ, хәрби ҡаҙаныштар, Варшаваны азат итеү, Берлинды алыу өсөн бик күп орден һәм миҙалдар бар. Еңеү көнөн элемтәсе Рейхстагтан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ире Александр менән ҡаршылай, уның менән бер дивизияла хеҙмәт итә. 1944 йылда өйләнешәләр. Һуғыштан һуң удары һәм ҡыҙы тыуа. Нина Трофимовнаның ете ейән-ейәнсәре, биш бүләһе һәм бер бүләсәре бар.

Әсәйем әлеге ваҡыттағы фронт хәлдәре хаҡында хәбәрҙар. Ул алғы һыҙыҡтағы яугирҙар һаулығы хаҡында борсола. Баҡсанан яңы юрғандарҙы алып килергә һәм һалдаттарға ебәрергә ҡушты. Ошо көндәрҙә уның теләген үтәйәсәкмен.

Наталья Климович, Нина Климовичтың ҡыҙы
Башбат

Нина Трофимовна яугирҙарыбыҙға ихлас ярҙам иткән, госпиталдәрҙә илһөйәрлек хаҡында шиғырҙар һөйләгән, гуманитар ярҙам йыйған йәш ирекмән Полина Дудконың эштәренә һоҡлана.

Она к фронту приближена. Вот как её не благодарить, конечно ей большая благодарность, хороший ребенок вырос, нормальный.

Фронтовик үҙе лә шиғырҙар ижад итә. Һуғыш йылдарында үҙенә һәм яуҙаштарына рух көсө биргән йырҙарҙы әле лә ихлас башҡара.

Майский солнечный день, был последний наш бой, ты от пули меня заслонила собой, как закрою глаза и как будто вчера ты склонилась ко мне-фронтовая сестра.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ