Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух. Белорет районы Аҙнағол ауылында «Зарница» хәрби-патриотик уйыны үтте. Сарала тиҫтәгә яҡын команда ҡатнашты. Улар араһында Белорет ойошмалары вәкилдәре лә, күрше райондарҙан килеүселәр ҙә бар. Хәрби-патриотик уйын «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған, аҙнағолдар быйыл район этабында еңеп республика кимәленә сыҡҡан. Ҡышҡы уйындар ауыл халҡының еңеүгә дәртен, берҙәмлеген тағы ла иҫбатланы. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Аҙнағол ауылы яланы шат тауыштарҙан гөрләп тора. Командалар хәрби-патриотик уйында еңеү өсөн көрәшә. Тоҡ кейеп йүгереү ярыштың иң ҡатмарлы этаптарының береһе.
Тоҡто үҙең кейеп йүгерһәң генә еңел, ә парлап атлау өсөн командала эшләй белеү мотлаҡ, ти ҡатнашыусылар. Берәүһе яйлаһа, йәки йығылһа тотош команда туҡтай.
Ә был этапта сослоҡ, тиҙлек талап ителә, егеттәр ҡар аҫтынан мина эҙләй. Тигеҙ, аҡ япма аҫтында йәшерелгән пластик шешәләрҙе табыу күбә эсендә энә эҙләү менән бер. Әммә командалар бирешмәй. Зарницаның һәр этабы үҙенсәлекле. Мәҫәлән, хәрби техниканы ремонтлау өсөн тәгәрмәстәрҙе этеүгә физик көс кәрәк.
Хәрби-патриотик уйында шулай уҡ танкка граната ырғытыу, саңғыла йөрөү, санитар ярҙам күрһәтеү кеүек этаптар ҡаралған. Һәр береһе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс. Зарница бөтәһе 8 ярыш төрөн үҙ эсенә ала. Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух, ти ҡатнашыусылар.
Ҡышҡы уйындар «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә үтә, Аҙнағолдар быйыл район этабында еңеү яулаған, хәҙер уларҙы республика кимәлендәге ярыш көтә.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, конкурсҡа әҙерлек халыҡты берләштергән. Хәҙер ауыл тарихи, мәҙни, спорт сараларынан гөрләп тора.
Аҙнағолдар республика конкурсында еңеү яуларына шикләнмәй. Берҙәмлек, татыулыҡ булғанда бар ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сығырға мөмкин, ти улар.
Рәмзиә Кәримова



