Бөгөн махсус хәрби операция башланыуға теүәл 4 йыл

2022 йылдың 24 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин операция тураһында иғлан итте. “Фронтҡа күпме кәрәк, шунса ярҙам итәбеҙ”, -тине Башҡортостан башлығы хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә. Радий Хәбиров республика халҡына берҙәм булғаны һәм яугирҙарҙы хәстәрләүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

Бөгөн махсус хәрби операция башланыуға теүәл 4 йыл

Башҡортостан халҡы Тыуған илде һаҡлауҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. Халыҡ артисы Радик Динәхмәтов “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Ул Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы водителе. Ҡушаматы -  “Әсән”. “Ил һағына баҫҡан кешеләрҙең барыһы ла геройҙар”, - ти ул. 

Бөгөн махсус хәрби операция башланыуға теүәл 4 йыл

Республикала ир-егеттәрҙе Ҡораллы көстәргә саҡырыу дауам итә.  Ситуация үҙәгендә белешмә алырға мөмкин. Бәйләнеш телефоны: 122.

Фото №1 - Бөгөн махсус хәрби операция башланыуға теүәл 4 йыл
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ