Яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды

Кремлдә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Салауат районында тыуып үҫкән Вәсил Ямалетдиновҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Ил президенты Владимир Путин уға “Алтын йондоҙ” миҙалын тапшырҙы. Вәсил Ямалетдинов мотоуҡсылар батальонының рота командиры. Фронтта “Катав” ҡушаматын алған. Уның етәкселегендә яугирҙар тәүгеләрҙән булып Запорожье өлкәһендәге Гуляйполе ҡалаһына барып инә. Геройҙың атаһы Камил Ямалетдинов Салауат районы Әлкә ауылынан, әсәһе – Башҡорт Илсекәйенән. Вәсил Ямалетдинов бәләкәйҙән бокс менән шөғөлләнә. Ҡытаутамаҡ механика техникумында белем ала. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, унда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Башҡортостан башлығы яугирҙы юғары наградаһы менән менән ҡотланы. “Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Бөтә республика халҡы исеменән Вәсил Ямалетдиновты тәбрик итәбеҙ!”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.

Фото №1 - Яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ