Өсөнсө миҙгел Мәскәүҙә Еңеү музейында үтә. Ойоштороусылар белдереүенсә, унда ҡатнашыуға 89 төбәктән 3 миллион уҡыусы заявка тапшырған. “Зарница” уйындары барышында ҡыҙҙар һәм малайҙар пилотһыҙ осҡостар менән идара итергә өйрәнә, тактик медицина алымдарын үҙләштерә. Сараны Беренселәр хәрәкәте, “Юнармия” һәм “Яугир” үҙәге ойоштора. Башҡортостанда йәш армиясылар бүлексәһе 2016 йылдың 19 июлендә булдырылды. Былтыр Башҡортостан беренсе тапҡыр “Зарница 2.0” округ уйындарын ҡабул итте. Еңгән командалар Волга буйы федераль округы исеменән Бөтә Рәсәй финалында сығыш яһау хоҡуғын алды.




