Башҡортостанға Тажикстан делегацияһы килде

Уны был дәүләттең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Давлатшо Гулмахмадзода етәкләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Тажикстан иң яҡын партнерҙарыбыҙҙың береһе. Беҙ барлыҡ йүнәлештәрҙә эш алып барырға әҙер. Хеҙмәттәшлек буйынса план булдырыу һәм ведомство-ара эшсе төркөм ойоштороу тураһында килешелде. Тажикстанда ғәмәлгә ашырылған иң мөһим проекттарҙың береһе - Дүшәмбеләге Индустриаль парк. Инвестиция килешеүенә уҙған йылда ҡул ҡуйылды. Ауыл хужалығында ҙур мөмкинлектәр бар. Тажикстанға ашлама, биопрепарат оҙатабыҙ. Үҙебеҙгә йәшелсә-емеш импортларға ниәтләйбеҙ. Ошо йүнәлештә хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн Дүшәмбелә беҙҙең республиканың сауҙа вәкиллеген асырға планлаштырабыҙ, - ти Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанға Тажикстан делегацияһы килде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ