Өфө мәктәптәрен ҡораллы һаҡсылар һаҡлай

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дмитрий Черенков  белдереүенсә, бындай талап март айынан 1-се һәм 2-се категория  уҡыу йорттарында индерелә. Өфөлә ундай 88 мәктәп бар. 2025 йылда 7 учреждениела контроль-үткәреү пункттары урынлаштырылған. Ҡалалағы барлыҡ 127 мәктәп биләмәһе магнитлы йоҙаҡтарға бикләнә. Республика Башлығы белдереүенсә, балалар хәүефһеҙлеге төбәк властарының уртаҡ яуаплылығы булып тора.

Фото №1 - Өфө мәктәптәрен ҡораллы һаҡсылар һаҡлай
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ