Социаль фондтың республика бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 23 мең 600 кеше йәш ярымға тиклем сабый ҡарау буйынса пособие ала. Уларҙың 5 мең ярымы ирҙәр. - Күп осраҡта бындай түләү әсәйҙәргә тәғәйенләнә, атайҙар, өләсәй-олатайҙар һәм опекундарҙың да шундай хоҡуғы бар. Түләү суммаһы уртаса эш хаҡының 40 процентына тиң була.




