Ул разведка ротаһында пилотһыҙ осоу аппараттары отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Яугир билдәләүенсә, тылдан ярҙамдың әһәмиәте ҙур. - Гуманитар йөк ваҡытында килеп етә. Дрондар, машиналар тапшырыла. Был ҡыҫҡа ял ваҡытында йәнә гуманитар ярҙам алынды, - тине "Гоцман".




