Абу-Дабиҙа халыҡ-ара асыҡ уйындар: Башҡортостан спортсылары миҙалдар яуланы

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы Абу-дабиҙа асыҡ уйындар-халыҡ-ара спорт сараларының береһе уҙҙы. Ярыштарҙа 30 йәштән өлкән 25 000-дән ашыу спортсы ҡатнашты. Улар тиҫтәләгән донья илдәренән килеп сығыш яһаған. Программаға 36 спорт төрө буйынса ярыштар индерелгән. Рәсәй менән Башҡортостандан дзюдо буйынса йыйылма команда составында өс спортсы ҡатнашҡан. Айнур Тимербаев алтын, Азат Зарипов менән Рөстәм Сәфиуллин көмөш миҙалдар яулаған. Ветеран спортсылар ил беренселегендә һәм яҡын сит ил дәүләттәрендә уҙған ярыштарҙа ла һынатмай. Башҡортостанға миҙалдар менән ҡайта.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ