Күнекмә ваҡытында ҡотҡарыусыларҙың юл фажиғәһендә эшләү, ҡар өйөмө аҫтында ҡалған кешене сығарыу тәжрибәһе камиллаштырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ҡар өйөмө аҫтында ҡалған зыян күреүсене эҙләү операцияһы. Бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән урында ҡотҡарыусылар һәр метрҙы ентекле тикшерә. Эш команда менән башҡарыла. Юғиһә, ҡар аҫтында ятҡан кешене күрмәҫкә лә мөмкин. Альфред Шәрәфетдинов ҡтғарыу хеҙмәтендә егерме йылға яҡын эшләй. Ошо ваҡыт эсендә уға төрлө осраҡтарҙа бәләгә тарыған кешеләрҙе сығарырға тура килгән.
Тап шул осраҡта ғына үҙ ғүмереңде үҙең һаҡлай алаһың, тигән фекерҙә белгестәр. Күнекмәләрҙә беҙҙең ижади төркөмгә зыян күреүсе ролендә һынап ҡарарға ла тура килде. Хәбәрсене ҡотҡарыусылар ҡар өйөмөнән дә, аварияға эләккән машинанан да сығарҙы.
Ҡотҡарыу операцияһы һынаулы минутта башҡарылды. Әммә, Нәйлә Нуриева өсөн сикһеҙ тойолдо. Хатта, сара барышында хәбәрсенең йыш тын алыуын да күрергә мөмкин ине.
Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәренә, ғөмүмән, тәүлек әйләнәһенә дежурҙа ҡалырға тура килә. Сөнки, улар авария, янғын осраҡтарынан тыш, Өфөлә фатирҙарҙа бикләнеп ҡалғандарҙы йыш ҡотҡарырға тура килә.
2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса, хеҙмәткәрҙәр 2753 тапҡыр эҙләү-ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашҡан. Улар ярҙамында 223 кеше, шул иҫәптән 68 бала ҡотҡарылған. Быйыл ҡыш ҡына 40 кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған.
Азат Ғәлиуллин



