«Байыҡ» бәйгеһе яңы миҙгелен башлай

«Байыҡ» бәйгеһе яңы миҙгелен башлай! 19-сы йыл рәттән халҡыбыҙ бейеүҙәрен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән телевизион конкурс быйыл да бейеүселәрҙе берләштерҙе.

Яңғыҙ, парлы, трио һәм ансамблдәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Республиканың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ күрше Силәбе, Һамар өлкәһенән килгән бейеүселәр яңы постановкалар, сағыу костюмдар, халыҡсан бейеүҙәре менән һоҡландырҙы. Һәр сығыш-ул айырым тарих, тырышлыҡ һәм ижад емеше. Иң әүҙем, һәләтле бәйгеселәр беренсе турҙы уңышлы үтеп, артабан проектта ҡатнашыу хоҡуғын алды.

«Байыҡ» лайыҡлыларҙы данлай, яңы исемдәр аса. Конкурста ҡатнашыусылар һаны ла арта, география ла киңәйә. Башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән бәйге-иң күләмле һәм оҙайлы телевизион проекттарҙың береһе. Быйылғы бейеүселәрҙең кимәле нисек? Жюри ниндәй баһа ҡуйыр? Тиҙҙән БСТ һәм «Ҡурай» каналдарында «Байыҡ» тапшырыуының яңы сығарылыштары башлана! Күрмәй ҡалмағыҙ!

Волна
Акции БСТ