“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙары бүләкләнде

“Рәсәй Оборона министрлығының “Красная звезда” газетаһы ошо турала хәбәр итә. Һалдаттарға дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылған. Хәрбиҙәрҙе полк командиры Йософ Меликов тәбрикләгән. Офицер белдереүенсә, “Башҡортостан” полкы яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. “Командирҙар һәр яугирҙың хеҙмәтен юғары баһалай, уларҙың ҡыйыулығы һәм батырлығы тураһында хәбәрҙар. Һәр кемдең ҡаһарманлығы тейешенсә билдәләнәсәк. Еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта буласаҡ. Киләһе тантаналы сараны тыныс шарттарҙа, тыуған яҡҡа ҡайтҡас үткәрергә яҙһын”, - ти Йософ Меликов.  

Фото №1 - “Башҡортостан”  мотоуҡсылар полкы яугирҙары бүләкләнде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ