Быйыл федераль проектҡа ярашлы, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөлә, булғандары тәртипкә килтерелә. Бының өсөн 1 миллиард 1 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләй.
Республикала русурстар менән тәьмин итеүсе компаниялар инфраструктураны яңыртыуға үҙ өлөшөн индерә. Бюджеттан тыш инвестицияларҙың дөйөм күләме 3 миллиард 800 мең һумға баһалана. Программаға ярашлы ҙур ҡалаларҙағы объекттарҙы яңыртыуға иғтибар бүленә. Өфө ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Рим Булатов:
“Коммуналь селтәрҙә аварияларҙы булдырмау халыҡҡа ресурстарҙы өҙлөкһөҙ тапшырырға булышлыҡ итә”, - ти Рим Булатов.
Республикала быйыл 95 километр коммуналь селтәр төҙөлә һәм яңыртыла. Ул 183 меңдән ашыу кешене сифатлы хеҙмәттәр менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.




