Республика Башлығы халыҡты Башҡортостан флагы көнө менән ҡотланы

“Беҙҙең хәрбиҙәрҙең шевронында, спортсыларҙың иңендә, халыҡ-ара сараларҙа ул республика символы, беҙҙең ғорурлыҡ. Ул беҙҙе берләштерә.  Кешеләрҙең ниндәй милләттән булыуына, ниндәй дин тотоуына, ниндәй һөнәр эйәһе икәнлегенә ҡарамаҫтан – беҙ ҙур республиканың һәм бөйөк илдең бер өлөшө. Беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ, маҡсаттарыбыҙ һәм ҡиммәттәребеҙ бар. Был беҙгә алға барырға ҡеүәт бирә”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров. 

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан байрағы менән ғорурлана”, - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов. Ул күптән түгел яугирҙарға гуманитар ылау алып барҙы.

Республика Башлығы халыҡты Башҡортостан флагы көнө менән ҡотланы
Фото №1 - Республика Башлығы халыҡты Башҡортостан флагы көнө менән ҡотланы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ