Туймазыла тимер юл аша күперҙә ремонт эштәре быйыл яҙ тергеҙелә

Был турала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итте. Уҙған оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров юл үткәргестәге эштәрҙең тотҡарланыуына бәйле халыҡтан мөрәжәғәт күп килеүен билдәләне. Объектты быйыл сафҡа индереү бурысы ҡуйылды. Әлегә подрядсы компания тарафынан газ һәм электр коммуникациялары үҙгәртеп ҡоролған, бетон тигеҙләнгән, юл үткәргескә илткән участкаларға ҡырсынташ һалынған.

Әлегә юл үткәргес йөк машиналары хәрәкәте өсөн ябыҡ. Ә еңел автомобилдәр өсөн ҡаланан сығыу йүнәлешендә бер һыҙат асыҡ. Ремонт барышында юл үткәргесте урап үтеү буйынса альтернатив юлдар билдәләнгән. Апрелдә көндәр йылытыу менән подрядсы компания эште тергеҙәсәк, йыл аҙағына объектты сафҡа индереү планлаштырыла.

Любовь Минакова, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ