«Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусылар өсөн һуңғы уҡытыу модуле старт алды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Радий Хәбиров башланғысы менән «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булараҡ ғәмәлгә ашырыла.

Программаның төп маҡсаты-артабан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, шулай уҡ төбәк предприятиеларында эшләү өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан һәм ветерандарҙан идара резервын булдырыу. Биш финалист эш урындары тапҡан да инде, шул иҫәптән ҡала-район хакимиәттәрендә. Һәр береһенең үҙ остаздары ла бар.

Конкурста ҡатнашыусылар алғы һыҙыҡта һөҙөмтәле идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн бик мөһим сифаттар туплаған. Башҡортостан яу яланында Ватанға тоғролоғон иҫбатлаған геройҙарға тыныс тормошта кешеләрҙең яҙмышын ышанып тапшыра.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ