Баймаҡ районы мәҙәниәт йортонда ауыл биләмәләре араһында ойошторолған үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсына йомғаҡ яһалды. Гала-концертта төрлө быуын вәкилдәре-йәш таланттарҙан алып танылған үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Рәсәйҙә Халыҡтар дуҫлығы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған гала-концерты Баймаҡ районында егәрле, тырыш һәм талантлы кешеләрҙең йәшәүен дәлилләне. Смотрҙа йәш һәләттәрҙән алып, тәжрибәле үҙешмәкәр артистар ҡатнашты. Йыр һәм бейеүҙәр мөхәббәт, берҙәмлек, дуҫлыҡ ҡиммәттәрен сағылдырҙы.
Тамашасыларҙы концерт номерҙарының төрлөлөгө хайран итте. Халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын сағылдырған сығыштарҙың һәр береһенә тәрән мәғәнә һалынған. Башҡорт, татар, рус бейеүҙәре менән бер рәттән сыуаш, мари, таджик, үзбәк һәм башҡа халыҡ бейеүҙәре лә тәҡдим ителде.
Гала-концерт Рәсәйҙә йәшәүсе күп халыҡтарҙың мәҙәни донъяһын, үҙенсәлеген сағылдырҙы. Конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Иҫке Сибай, Таулыҡай, Моҡас ауыл биләмәләре яуланы. 2-сене Татлыбай, 1-се Этҡол, Түбә, 3-сөнө Ярат, Темәс, Аҡморон, Ниғәмәттәр бүлеште. Тамаша көс-ҡеүәт, дәрт-дарман, күтәренке кәйеф өҫтәне, райондаштар өсөн ғорурлыҡ хисе уятты.



