Михаил Мишустин БДМУ-ның ҡаҙаныштарын Дәүләт Думаһында билдәләне

Башҡорт дәүләт медицина университеты «Өҫтөнлөк-2030» программаһы буйынса предприятиелар менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе. Был турала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе. Дәүләт Думаһы депутаттары алдында отчет менән сығыш яһап, ул республика ВУЗында регенератив хирургия һәм терапия өсөн биологик материал әҙерләнеүен һәм серияға сығарылыуын билдәләне. Программа сиктәрендә университет 3 стратегик проектты тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, аллотрансплантаттарҙың яңы төрҙәре төрлө реконструктив һәм пластик операциялар үткәрергә мөмкинлек бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ