Аэропортта ҡунаҡтарҙы республика башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Тәүге көндә улар Республика кардиология үҙәгендә булып, яңы хирургия корпусын ҡараны. Заманса бинала диагностика кабинеттары, кардиохирургия менән рентген хирургияһы бүлексәләре, операция һәм реанимация блоктары урынлашҡан, поликлиника эшләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр июндә ил президенты Владимир Путин видео бәйләнеш аша объект эшенә старт биргәйне. Ун ҡатлы хирургия корпусында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрҙен алдынғы ысулдар буйынса дауалау, пациенттарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Силәбе өлкәһе губернаторы дауалау учреждениеһы мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
Эшлекле программаға ярашлы, Силәбе өлкәһе делегацияһы республиканың сәнәғәт һәм социаль объекттары менән танышасаҡ, төбәктәрҙең иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәре презентацияһы, бизнес-форум форматында эшлекле һөйләшеүҙәр уҙғарыу ҡаралған. Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк.



