Ижади хеҙмәттәшлекте нығытып. БСТ телеканалында Силәбеләге «Беренсе өлкә» телевидениеһының «Уралым» тапшырыуы эфирға сығасаҡ. Күрше өлкә делегацияһының Өфөгә эш сәфәре сиктәрендә ике медиахолдинг етәкселеге осрашты. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы «Уралым» программаһына нигеҙ һалыусылараҙың береһе. Проект башҡорттарҙың тормошо, көнкүреше һәм йола, ғөрөф-ғәҙәттәренә арналған, төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында ла һүҙ бара.



