Бөтә ил буйынса балалар баҡсаларын йыһазландырыуға системалы ҡараш булдырыу планлаштырыла. Уҡытыу һәм тәрбиә сараларының минималь исемлеген, шулай уҡ Рәсәй халҡының традицион ҡиммәттәренә тап килгән һәм баланың үҫешенә булышлыҡ иткән уйындарҙы һәм уйынсыҡтарҙы билдәләү маҡсаты тормошҡа ашырыласаҡ. Өфө балалар баҡсаларында кескәйҙәр ниндәй уйынсыҡтар һәм уйындар уйнай?
Егеттәр уйынсыҡтарҙан өй төҙөй, ә ҡыҙҙар тирмәлә сәй эсә. Өфөнөң 144-се балалар баҡсаһында уйындар миллилекте иҫәпкә алып ҡорола. Башҡорт халҡының элекке тормошон өйрәнеү өсөн уйынсыҡтар етерлек. Кескәйҙәрҙең аң-кимәлен үҫтереү өсөн заманса материалдар ҡулланыла.
Гүзәл Төхвәтуллина тәрбиәсе булып 32 йыл эшләй. Был ваҡыт эсендә мәктәпкәсә учреждениеларҙа уйынсыҡтар ҙа уйындар ҙа үҙгәргән, уйынсыҡтарҙың күләме лә башҡа. Әммә төп талаптар ҡала-сабыйҙар өсөн улар хәүефһеҙ булырға, уйындар баланың аҡылын үҫтерергә, донъяны танып-белергә өйрәтергә тейеш. Мәҫәлән, йомшаҡ уйынсыҡтар балалар баҡсаларында ҡулланылмай.
Милли ашамлыҡтар менән сәй эсәләр, магазинда һатыу итәләр.. Бөҙрәхана ла бар, унда ҡыҙҙар бер-береһенә прическа яһай, Асҡар- табип булып бөтәһен дә дауалай. Өфөнөң 209 -сы балалар баҡсаһында бер йыл элек асылған төркөмдә башҡорт телен уҡытыу менән бергә башҡорт халҡының милли аштары өйрәнелә, шулай уҡ төп баҫым-һөнәр үҙләштереүгә йүнәлтелә.
Күрше бүлмәлә иһә балалар тирмә уйынына йыйылған. Музыкаль уйын балаларҙа көйҙө ишетеү, дөрөҫ баҫыу кеүек сифаттарҙы үҫтерә.
Ете йәшлек балаларға иһә мәктәп уйыны ойошторолған. Балалар үҙҙәрен уҡытыусы ролендә һынап ҡарай. Төркөм уҡырға барыу өсөн әҙерлек булып тора. Бүлмәләр йәнең теләгән уйынсыҡ менән тулы. Тәрбиәселәр билдәләүенсә, улар санитар талаптарға яуап бирә. Был талаптың үтәлеүен тейешле ведомство йылына бер тапҡыр тикшереп тора.
Рәсәй мәғариф министрлығы 2026 йылды мәғариф системаһында мәктәпкәсә белем биреү йылы тип иғлан итте. Башланғыс мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү сифатын күтәреүгә, балалар баҡсалары инфраструктураһын яҡшыртыуға һәм педагогтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Рәмилә Исмәғилева



