Белорет районы Олойылға ауылында «Бәйге» ҡышҡы уйындары үтте

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программһы сиктәрендә ойошторолған ярышта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне.

Олойылға ауылында боронғо уйындарҙы үҙ эсенә алған «Бәйге» ярышы дүртенсе тапҡыр ойошторола. Ул онотолоп барған ҡышҡы уйын төрҙәрен тергеҙеүҙе, таратыуҙы, йәш быуынға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡышҡы уйындар менән ҡыҙыҡһыныусылар йылдан йыл арта, быйыл төрлө ауылдарҙан тиҫтәгә яҡын команда үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдергән.

Командалар суҡмар ташлау, арҡан тартыу, бесән төргәген тәгәрәтеү, таяҡ тартышыу кеүек милли уйындарҙа көслөләрҙе асыҡланы. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, ярыштың артыҡ ҡатмарлығы юҡ, сөнки ауыл кешеһе бала саҡтан физик хеҙмәткә өйрәнеп үҫә. Әммә дөйөм мәрәйҙәр буйынса ҡотҡарыусылар командаһына етеүсе булманы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Абҙаҡ бүлексәһе командаһы беренсе урын яуланы. икенсе һәм өсөнсө баҫҡысты «Тамъян» һәм «Асы» командаһы бүлеште.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ