Михаил Мишустин хөкүмәттең йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны. Ул һөнәри белем биреү үҫешенә айырым иғтибар бирҙе. Башҡорт дәүләт медицина университетының ҡаҙаныштарын да телгә алды. “Университет “Өҫтөнлөк-2030” программаһы буйынса предприятиелар менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе”, - тине ул.
Башҡортостан башлығы юғары һәм урта белем биреү мәсьәләләре республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, тип белдерҙе. “Республика колледждары – кадрҙар әҙерләүҙә ышаныслы партнерҙарыбыҙ. Быны аңлап, беҙ был уҡыу йорттарының матди-техник нигеҙен яңыртыу программаһын башланыҡ. Федераль коллегаларыбыҙ ҙа ярҙам күрһәтә. Һүҙ тәү сиратта “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” программаһы тураһында бара”, - тип яҙған МАКС-та Радий Хәбиров.




