Уның барышында “Патриотик тәрбиә һәм махсус хәрби операцияға ярҙам- Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаларының ҡатнашыу тәжрибәһе” ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Сарала Йәмәғәт палатаһы ағзалары, Силәбе дәүләт архивы, Силәбе дәүләт архивы, Республика Хәрби дан музейы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан йәмәғәт палатаһының мәғариф, спорт һәм йәштәр сәйәсәте, ирекмәнлек һәм патриотик тәрбиә буйынса комиссия рәйесе Марина Таран һөйләй.
Башҡортостан менән Силәбе өлкәһендә махсус хәрби операцияға ярҙам итеү йәһәтенән күп эштәр башҡарыла. Был йүнәлештә тәжрибә уртаҡлашыу, хеҙмәттәшлек итеү, проекттар менән танышыу мөһим, ти күрше өлкәнең йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Дайнеко.




