Унда коммерцияға ҡарамаған тармаҡ вәкилдәре, эксперттар, власть органдары һәм йәмәғәт лидерҙары Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙа килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү, үҫеш мөмкинлектәре, социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа яңы алымдар буйынса тәжрибә уртаҡлашты. Эшлекле йыйында Силәбе өлкәһе делегацияһы ла ҡатнашты. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Энже Әхмәҙуллина һөйләй.
Сара барышында Башҡортостан башлығы гранттары фонды уҙғарған конкурстың 20 еңеүсеһе билдәләнде. Фондтың баш белгесе Айнур Зәһретдинов.




