Өфөлә уҫал эттәр бер аҙнала 6 кешене тешләгән

Шул иҫәптән бер бала зыян күргән. Баш ҡала хакимиәтенең Граждандарҙы һаҡлау идарылығы етәксеһе Руслан Шәйҙуллин ошо турала белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, ҡаза күреүселәрҙең бото, янбашы һәм ҡулы йәрәхәтләнгән. Калинин, Киров һәм Орджоникидзе райондарында йәшәүселәр берәҙәк эттәргә йышыраҡ зарлана. Бәйһеҙ эттәр тураһында Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә була. Шулай уҡ интерактив картала электрон заявка ҡлдырырға мөмкин.

Фото №1 - Өфөлә уҫал эттәр бер аҙнала 6 кешене тешләгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ