Улар “Профессионалитет” программаһына ярышлы булдырылған. Быйыл тағы 8 кластер асыу ҡарала. Республика етәксеһе Макста ошо турала белдергән. Аксёнов һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы “Агропрофессионалитет” проектына индерелгән. Уларға матди-техник хәлдәрен яңыртыу өсөн 285 миллион һум субсидия түләнә. Вуздарға һиҙелерлек федераль ярҙам ҡарала. Аҡса тәү сиратта “Приоритет 2030” программаһында ҡатнашҡан өсөн бирелә”, - тип яҙған Радий Хәбиров. Былтыр был проектҡа Башҡорт дәүләт медицина, Өфө Фән һәм технологиялар, Өфө дәүләт нефть-техник һәм Башҡорт дәүләт аграр университеттары инде. “Уларҙың мәғариф һәм фән өлкәһендәге ҡаҙаныштары Башҡортостанды данлаясаҡ”, - тигән Республика Башлығы.




