Башҡортостан һәм Силәбе урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү тураһында фекер алышты

Бөгөн баш ҡалала ошо мәсьәләгә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Унда ике төбәктең Мәғариф министрлығы вәкилдәре ҡатнашты. “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы, кадрҙар әҙерләү буйынса иң яҡшы тәжрибәләр ҡаралды. Сара барышында Башҡортостан профессиональ әҙерлек Үҙәге һәм Силәбе профессиональ белем биреүҙе үҫтереү институты, шулай уҡ ике төбәктең һөнәри белем биреү ойошмалары директорҙары союздары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Бындай майҙансыҡтар ике төбәк араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығыта, берҙәм белем биреү киңлеге булдырырға ярҙам итә. Башҡортостан профессиональ әҙерлек үҙәге етәксеһе урынбаҫары Нурсилә Кучаева.

Башҡортостан һәм Силәбе урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү тураһында фекер алышты
Фото №1 - Башҡортостан һәм Силәбе урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү тураһында фекер алышты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ