Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүенең яңыртылыуы рәсми делегация эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәһе. Бөгөн беҙ төбәк губернаторы Алексей Текслер менән ошо документҡа ҡул ҡуйҙыҡ, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
Хәҙер аныҡ аҙымдар билдәләнгән юл картаһы эшләнәсәк. Был ябай ҡағыҙ түгел, ә һөҙөмтәле бәйләнештәр өсөн ныҡлы нигеҙ. Ике яҡтың предприятиелары быға тиклем дә хеҙмәттәшлек алып бара ине, хәҙер был эште системаға һалып яңы мөмкинлектәр асыу мөһим. Беҙҙе сәнәғәт кооперацияһы, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү тармағы, мәҙәниәт, фән, спорт һәм әлбиттә, туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү ҡыҙыҡһындыра. Силәбе өлкәһе йылдам үҫешә, бында көслө идара итеү командаһы эшләй. Берҙәм тырышлыҡ менән ике яҡ өсөн дә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүебеҙгә ышанам, тигән Радий Хәбиров.



