Күрше төбәк губернаторы предприятиела кадрҙар әҙерләү һәм технологик үҙәкте ҡараны. Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе-оборона-сәнәғәт комплексына, тотош ватан иҡтисадына лайыҡлы өлөш индерә. Бында «Су», «МиГ» самолеттары өсөн двигателдәр етештерлә. Сәфәр барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Уҡытыу үҙәгендәге ҡоролмаларҙан айырым завод төҙөп булыр ине. 200-ҙән ашыу заманса ҡоролма, 12 лаборатория, токарь, фрезерлау, шымартыу, слесарь участкалары... Быларҙың барыһы ла квалификация күтәреү генә түгел, колледж студенттары, йәки яңы эшкә урынлашҡан хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән. Был үҙәк Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһендә Ростех менән Башҡортостан араһында төҙөлгән статегик партнерлыҡ килешеүе нигеҙендә булдырыла.
Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер Рәсәйҙең двигателдәр эшләү тармағында алдынғы предприятиеларҙың береһе һаналған берекмәлә кадрҙар әҙерләү барышы менән танышты. Күрше төбәк делегацияһы ойошманың урта һөнәри белем биреү йорттары менән хеҙмәттәшлек инеү нескәлектәре ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ һөнәрен алмаштырырға теләүселәр өсөн ниндәй шарттар булдырылыуы тураһында белештеләр.
Предприятие менән танышыу технологик үҙәктә дауам итте. Бында 5 мең ат көсөнә эйә двигателдәр өсөн компоненттар етештерелә. Юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған үҙәк һаҡсыл етештереү принциптары буйынса ойошторолған.
Сәфәр барышында Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһенең Силәбе өлкәһендәге сәнәғәт ойошмалары менән киләсәктә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленде. Шулай уҡ күрше төбәк губернаторы Алексей Текслер предприятиеға үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.
Әлфинә Килдейәрова



