Өфөлә коммерция булмаған ойошмалар көнө алдынан Башҡортостан башлығы гранттары фонды еңеүселәре тәбрикләнде. Тәҡдим ителгән 198 эштең 25-е Социаль-иҡтисади проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн Башҡортостан Башлығы гранттары фондының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Улар араһында БСТ каналының «Самрау» фонды менән берлектә төшөргән Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек тураһындағы «Мин ҡайтырмын» документаль фильмы ла бар.



