Республика йәмәғәтселеге танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваны һуңғы юлға оҙата

Уның менән хушлашыу сараһы Туймазы ҡалаһында үтә. Әл-Фатиха мәсетендә бер сәғәттән  башлана. Таңһылыу Фаяз ҡыҙы республика матбуғатында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ул “Йәшлек” газетаһын ойоштороуға күп көс һала. 90-сы йылдар башында “Шоңҡар” йәштәр журналы донъя күрә башлай. Таңһылыу Ҡарамышева уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм тәүге баш мөхәррире. “Йәшлек” газетаһы баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков:

Республика йәмәғәтселеге танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваны һуңғы юлға оҙата

Беҙҙең редакция архивында Таңһылыу Ҡарамышева менән булған интервьюларҙың береһе һаҡлана. Ул үҙенең тормош асылы тураһында шулай тип белдерә.

Республика йәмәғәтселеге танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваны һуңғы юлға оҙата

Таңһылыу Ҡарамышева Башҡортостан телевидениеһында ла эшләне. Яҙыусылар тураһында тапшырыуҙар алып барҙы. Беҙҙең фондта шағирә уҡыуында яҙмалар, шулай уҡ уҡ уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар һаҡлана. Бөгөн Юлдаш радиоһында “Шиғри һүҙ” сығарылышында Таңһылыу Ҡарамышева шиғырҙары яңғырай. 12 сәғәт 15 минутта һәм 19 сәғәт 15 минутта тыңлағыҙ.

Фото №1 - Республика йәмәғәтселеге танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваны һуңғы юлға оҙата
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ