Март аҙағында Татарстандың дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле менән берлектә ҙур концерт ойоштороу ҡарала. Өфөгә Красноярск дәүләт Себер бейеү ансамбле артистарының да килеүе көтөлә. “Бейеү – халыҡ рухы” тип аталған фестиваль була. Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль “Биш ҡитға” алтын миҙалы менән бүләкләнгән, ЮНЕСКОның “Тыныслыҡ илсеһе” дипломына лайыҡ.





