Һуңғы өс йылда Башҡортостанда глэмпингтар һаны өс тапҡырға артҡан

Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарҙарҙың береһе ике мең гектар ерҙе ҡуртымға алып, ял базаһына нигеҙ һалған. Йүнсел Афанасий Маслейчук башта проект эшләй, һуңынан аҡса бүлә, эшселәр яллай һәм «Торатау»ға яҡын урында дүрт ҡунаҡ йорто һала. Биләмәлә шулай уҡ «Туризм» милли проекты ярҙамында заманса балалар майҙансығы ла төҙөлгән. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Бында ял итеүеләр өсөн йорттта бөтә уңайлыҡтар-ҙур аш-һыу бүлмәһе, һауыт-һаба йыуыу һәм кофе машинаһы,һыуытҡыс бар. Ҡул йыуыу краны аҫтына эсәр һыуға фильтрҙар ҡуйылған. Һәр ҡатта йоҡо бүлмәләре, ике урынлыҡ балалар карауаты, йыуыныу бүлмәһе менән айырым санузел бар. Декор һәм мебель элементтары өсөн тәбиғи ағас ҡулланылған.

Ял итеүселәр бында беҙҙең райондан һәм башҡа ҡалаларҙан килә. Уларҙың сит тарафтарҙа ял итеүгә мөмкинлектәре сикле. Шуға күрә лә бындағы ялды өлгөлө итеп ойошторорға тырыштым.

Афанасий Маслейчук, эшҡыуар

Ял базаһы биләмәһендә бындай өйҙәр дүртәү. Верандаларҙа япон мунсалары ҡоролған. Шөшлөк бешереү өсөн йылы мангал зонаһы айырым бинала урынлашҡан.

Ишембай районы менән сигендәге был урын хаҡында Афанасий Маслейчук ҡышҡы ял ваҡытында осраҡлы ғына белеп ҡала. Элекке хужаһынан ҡуртым хоҡуғын һатып ала һәм шул ваҡыттан алып балалы ғаиләләр өсөн ял базаһы булдырырға ҡарар итә. Биналарҙың бөтөһен дә эшҡыуар үҙе проектлаған. Бында йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар йылытылған, биләмә тирәләй ылыҫлы ағастар ултыртылған, усаҡ яғыу өсөн махсус урын бүленгән.Афанасий Маслейчук ирешелгәндәр менән генә сикләнмәй, яңы ижади идеялар өҫтөндә эшләй.

Республика күләмендә Торатауҙы яҡтыртыу идеяһын индерегә теләйем. Беҙҙең изге тау Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларының төрлө нөктәләренән күренә. Тауҙы яҡтыртҡанда ул хатта төндә лә балҡып янып торасаҡ.

Афанасий Маслейчук, эшҡыуар

Глэмпинг төҙөү өсөн был урын иң яҡшыһы, тигән фекерҙә эшҡыуар.Урындағы властар яғынан ярҙам саралары арҡаһында глэмпинг биләмәһендә «Туризм» милли проекты буйынса балалар майҙансығы төҙөлгән. Стәрлетамаҡ районындағы ял базаларында саф һауала уйнар өсөн балаларға ошондай өс нөктә бар.

Эшҡыуар тағы ун бер йорт, ресторан һәм йыл әйләнәһенә эшләүсе йылы бассейн төҙөргә ниәтләй. Башҡортостан туристарынан тыш, Рәсәй төбәктәренән ял итеүселәрҙе лә йәлеп итергә теләй.

«Күренекле урын»тип аталған туристар базаһының исеме есеменә тап килеп тора. Йорттар бөтәһе лә хозур тәбиғәт ҡосағында, Ағтиҙел ярында Торатауға ҡаршы урынлашҡан. Бында ял итеүселәр иртә менән Торатау артынан ҡалҡҡан ҡояшты ҡаршылай ала.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ