Башҡортостан биләмәһендә «Ракета хәүефе» режимы бөтөрөлдө

Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә. Бер үк ваҡытта төбәктә йәшәүселәр СМС-белдереүҙәр алды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн «Ракета хәүефе» режимы тәүге тапҡыр илдең бер нисә төбәгендә, атап үткәндә Һарытау, Һамар, Ырымбур, Свердловск, Пенза өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан һәм Удмурт республикаларында ғәмәлгә индерелде. Аэропорттарҙың эшен ваҡытлыса сикләүгә бәйле, Өфө авиаузелының запас аэродромы Ҡазандан һәм Һамарҙан дүрт бортты ҡабул итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ