Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың сираттағы 30-сы пленар ултырышы эшендә ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың сираттағы 30-сы пленар ултырышы эшендә ҡатнашты. Көн тәртибенә ярашлы, парламентарийҙар 40-тан ашыу һорау буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул итте. Ҡайһы бер закондарға төҙәтмәләр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә индерелә, улар төбәктәге билдәле бер ваҡиғаларға бәйле. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Өфө сауҙа үҙәктәренең береһендә ойошторолған акция ыҙғышҡа әйләнә. Ойоштороусылар алдан иғлан итеүенсә, һауанан осоролған 7 мең шарҙың 20-һендә бүләктәр йәшерелгән була. Әммә шар аулаусыларҙың байрамса кәйефен этеш-төртөш алмаштыра. Һөҙөмтәлә, ике кеше дауаханаға оҙатыла, осраҡ буынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Бындай ваҡиғаларҙы иҫкәртеү өсөн төбәк парламенты яңы закон проектын тәҡдим итте. Уға ярашлы, бынан ары күләмле сараларҙы ойошторғанда йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү үҙенсәлектәре билдәләнә.

Бәлиғ булмағандарҙың эшкә урынлашыу хоҡуғы тураһындағы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Документ социаль хәүефле үҫмерҙәргә, мәҫәлән, етемдәргә йәки бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияларҙа иҫәптә тороусыларға ҡағыла. Маҡсат-18 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙарҙы «еңел аҡса» эҙләү сараларынан һаҡлап ҡалыу һәм законлы эш хаҡы алыу мөмкинлеген биреү.

Льготаға эйә булған граждандарға шәхси йорт төҙөү өсөн ер участкаларын алыу шарттары камиллаштырыла. Депутаттар бындай мөмкинлек менән файҙаланыуҙы тиҙләтеү буйынса закон проектын ҡабул итте. Әле республикала льгота буйынса ер участкаһына дәғүә итеүсе 16 меңгә яҡын кеше сиратта тора.

Парламент ултырышында Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты.Ул депутаттар менән бер рәттән республика буйынса Эске эштәр министрының йыллыҡ эш йомғаҡтарына арналған сығышын тыңланы. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, төбәктә дөйөм енәйәтселек әүҙемлеге дүрт процентҡа кәмегән. Был йәһәттәненәйәт осраҡтарын алдан иҫкәртеү мөһим роль уйнай. Радий Хәбиров полиция хеҙмәткәрҙәренә һөҙөмтәле эш йомғаҡтарыв өсөн рәхмәтен еткерҙе: «Республика артабан да хоҡуҡ һаҡсыларына бөтә йүнәлештәр буйынса ла ярҙам күрһәтәсәк»,-тине төбәк башлығы.

Әлфинә Килдейәрова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ