Биш кешенән торған төркөмдө эҙләүгә ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр йәлеп ителгән. Төбәктәге «ЛизаАлерт» эҙләү-ҡотҡарыу отрядының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң ир-аттары бер аҙна элек Красновишер районының Золотанка ауылына машиналарҙа килгән булған. Ҡаргиҙәрҙәрҙә сығып киткән туристар 4 көндән ҡайтырға тейеш булған. Әммә улар тураһында әлегәс бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ. Төркөмдөң маршрутҡа сыҡҡанда ҡотҡарыу хеҙмәтендә рәсми теркәү үтмәүе билдәле. Кешеләрҙең хәбәрһеҙ юғалыуы менән бәйле Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.



