Аҙна башынан республикала соҡорҙарҙы ремонтлау башланды

Өфөлә лә юл эшселәре проблемалы участкаларҙың емерелгән урындарын төҙөкләндереүгә тотондо. Һауа температураһының йыш үҙгәреүе йыш ҡына юл япмаһын емереүгә килтерә. Ә көндәр йылыта башлау менән соҡорҙар һәм уйымдар асыла. Соҡорҙарҙы ремонтлауҙа 30 эшсенән торған биш бригада эшләй. Юлдағы соҡорҙар аварияға килтермәһен өсөн шыйыҡ асфальт-бетон, шулай уҡ ҡырсынташ-битум ҡатнашмалары ҡулланыла. Йыл башынан алып юлдарға 30 тонна асфальт һалынған.

Юлдың емерелгән өлөшөндәге соҡорҙар интерактив картала теркәлә һәм берҙәм мониторинг системаһына индерелә. Соҡорҙарҙы асыҡлауҙа ҡала халҡы лә әүҙем ҡатнаша ала. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү автоматлаштырылған юл инфраструктураһын контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһы күҙәтеүе аҫтында үтәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төҙөлгән система асыҡланған һәр соҡорҙоң статусын күҙәтергә һәм уны бөтөрөү ваҡытын контролдә тотоу мөмкинлеге бирә.

Соҡор ремотлауға быйыл 48 берәмек техника бүленгән. Юлдың 270 квадрат метр майҙанында 42 тоннанан ашыу асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалынған.

Азат Сәлимов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы бүлеге баш белгесе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ