Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәте буйынса бишенсе Федераль олимпиаданың йомғаҡлау этабы үтте. Унда республиканың төрлө район-ҡалалары мәктәптәренән 321 уҡыусы ҡатнашты. Сараның һайлап алыу этабында йәмғеһе 800-ләп бала һынау тотҡан.
Әйткәндәй, төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетында бишенсе тапҡыр үтте. Федераль кимәлдә ойошторола башлаған сараға уҡыу йорто тәүгеләрҙән ҡушылғайны. Ул саҡта олимпиада алты университетта ғына ойошторолһа, хәҙер 48 тел буйынса уҙғарыла. Федераль олимпиада сиктәрендә республика уҡытыусылары башҡорт теленең көнүҙәк проблемалары буйынса фекер алышты. Семинар һуңғында ҡатнашыусыларға махсус сертификаттар тапшырылды.



