Баймаҡта Әкрәм Ниғмәтуллиндың хәтер кисәһе үтте

Иңдәреңдә булды ил ғәме. Баймаҡ билмә-ара үҙәк китапханаһында дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре Әкрәм Ниғмәтуллиндың хәтер кисәһе үтте.

Муниципаль хеҙмәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әкрәм Ниғмәтуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Иңдәреңдә булды ил ғәме» исемле ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте. Уның башҡарған эштәре һәм тормош юлына байҡау яһалды.

Баймаҡ районының арҙаҡлы улдарының береһе-Әкрәм Ниғмәтуллин ябай агрономдан алып Баймаҡ районы һәм ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына тиклем күтәрелә. Уның эшләү дәүерен ауылдаштары, туғандары, дуҫтары, коллегалары әле лә онотмай.

Хәтер кисәһе яҡты иҫтәлектәргә бай булды. Шундай булдыҡлы етәксенең халыҡ өсөн янып йәшәүе бөгөн дә онотолмай. Баймаҡ районы хакимиәте бинаһына Әкрәм Ниғмәтуллин хөрмәтенә таҡтаташ та ҡуйылған.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ