Стәрлетамаҡ театры Өфөлә насар күргән тамашасылар өсөн спектакль ҡуйҙы

Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Өфөлә насар күргән тамашасылар өсөн спектаклдәр ҡуйҙы.

«Атайсал» республика халыҡ ижады үҙәгендә спектаклдәр тифлокомментарийҙар менән барҙы. Йәш тамашасы өсөн режиссер Юлиә Һәүбанова әкиәт, өлкәндәргә режиссер Әлфинур Ғәзимова спектакль тәҡдим итте. Махсус хәрби операцияға бағышланған әҫәр реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Татьяна Резяпкинаның профессиональ тифлокомментарийҙар сәхнәлә барған ваҡиғаларҙы тулыһынса күҙ алдына баҫтырҙы. Башланғыс Алишер Усмановтың күреү һәләте боҙолған кешеләргә ярҙам итеүсе «Сәнғәт, фән һәм спорт» хәйриә фондының «Айырым ҡараш» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ